Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестиваль "Сыңрау торна" балетының премьераһы менән асылды

24 мая 2017 года
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов фестивалде асыу тантанаһында ҡатнашты. «Һуңғы йылдарҙа фестиваль ысын юғары сәнғәт байрамына әүерелде, тамашасыларҙың һөйөүен ныҡлы яулап алды. Йылдан-йыл ул ҡатнашыусыларҙың географияһын киңәйтә, йәш таланттарҙың сығыштарынан торған репертуарҙы байыта», — тине республика Башлығы. "Сыңрау торна" спектакленең яңыртылған версияһын грант ярҙамында тормошҡа ашырып булды.Спектаклдән һуң Рөстәм Хәмитов артистарҙы ихлас тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте."
Көҙгөһөн ошо спектаклде ҡабатларға ине. Республика көнөнә арналған тантаналы сарала концерт түгел, ә спектакль булһын", — тине төбәк башлығы.Премьераны ҡараған фестивалдең ҡунаҡтары – билдәле балет тәнҡитселәре лә спектаклгә юғары баһа бирҙе. Рудольф Нуриев исемендәге ХХI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале уның почетлы президенты – хәҙерге замандың данлыҡлы хореографы Юрий Григоровичтың 90 йәшенә арналған.


http://yuldashfm.ru/ba/rudolf-nuriev-isemendge-halyk-ara-festival-synrau-torna-baletynyn-premerahy-menn-asyldy
Партнеры